Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы модулле учреждение заман талаптарына тулыһынса тура килтереп төҙөлгән. Бында халыҡҡа медицина ярҙамы алыу һәм персоналдың эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған. Утын менән йылытылған иҫке ағас бина тулыһынса сафтан сыҡҡан ине. Ә яңыһында фельдшер, процедура-прививка, ҡабул итеү һәм дарыуҙарҙы һаҡлау кабинеттары бар. Бында артериаль һәм күҙҙәге ҡан баҫымын, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен үлсәргә, электрокардиограмма эшләтергә була. Әле ФАП лицензия алыр өсөн документтар әҙерләй. Шунан һуң пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") ярҙам итә. Быйыл уның буйынса 75 ФАП урынлаштырыу ҡаралған. Фото Бөрйән районы хакимиәте.