Быйыл беренсе кварталда Берҙәм лицензиялар реестрында офтальмология буйынса беренсе тапҡыр лицензия алған медицина ойошмалары һаны өс процентҡа артҡан. 2022 йылда теркәлгән 317 медицина ойошмаһына йәнә туғыҙ медицина ойошмаһы өҫтәлде. - Офтальмология – медицина тармағының анатомияны, физиологик үҙенсәлектәрҙе, күҙ сирҙәрен өйрәнеүсе мөһим йүнәлеш.Төп бурысы – сирҙәрҙе дауалау, асыҡлау һәм иҫкәртеү сараларын эшләү менән бергә күҙ функцияларын һаҡлау һәм коррекциялау, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Күҙҙәр - мөһим һиҙеү ағзаларының береһе, ул кешегә тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәттең иң ҙур өлөшөн бирә. Күҙҙәргә төшкән ҙур көсөргәнеш, стресс, гиподинамия – күҙҙәрҙең күреүсәнлегенә насар тәьҫир иткән, патологияларға килтергән сәбәптәрҙең бер нисәһе. Заман офтальмологияһы элек һуҡырлыҡҡа килтергән глаукома, катаракта, селтәрле шекәрә патологияһы кеүек сирҙәр менән тәьҫирле көрәшергә булыша. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә лицензияны беренсе тапҡыр рәсмиләштереү 15 көн тәшкил итә. Ә ҡабаттан алыу өсөн 10 көн кәрәк. Хәҙер был эш тиҙләтелде, уға Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм федераль порталы аша ғариза яҙыу ярҙамға килде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.