Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нуримандар мөһим саранан ситтә ҡалманы

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостан йыл һайын “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” экологик акцияларын үткәрә. Сараларҙың маҡсаты – экология проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, республиканың ауыл һәм ҡалаларын йәшелләндереү, экологик хәлен яҡшыртыу. Үткән ялдарҙа Нуриман районы ла был акцияларға ҡушылды. “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә нуримандар Ҡыҙылъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы биләмәһендә йыйылды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарҙы. Аҙаҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ойошма һәм учреждениелар коллективтары, әүҙемселәр һәм ирекмәндәр 300-ҙән ашыу ағас ултыртты. Ҡыҙыл Бәрйәү ауылында шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары үтте. Бында ағас ултыртыуҙа хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары һәм әүҙемселәр ҡатнашты. Барлығы 12000 йүкә һәм шыршы үҫентеһе ултыртылды. Сарала “Кроношпан” компанияһы әүҙем ҡатнашып, үҫентеләр биргән. “Бер нисә йылдан беҙ ултыртҡан үҫентеләр ҙур ағастарға әйләнер, ә баҡсабыҙ районға тағы бер матур урын бүләк итер тип ышанам. Районды төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт”, – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Нуриман районы хакимиәте.