Найти в Дзене

"Һаман ямғыр юҡ..."

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә һәр ваҡыттағыса мөһим темалар күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хосписын асылуға туҡталды. “Был - бик ҙур һәм кәрәкле объект. Ул июнь аҙағы – июль башында асылырға тейеш тип килештек. Хоспис республиканың барлыҡ битараф булмаған кешеләрен берләштерҙе”, – тине ул. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин, республикала коронавирус менән сирләү алдағы аҙна менән сағыштырғанда 22 процентҡа артҡан, тине. Сир бер аҙнала 1159 кешелә асыҡланған, 152 пациент дауаханала, 1570 кеше өйөндә дауалана. Республиканың йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә 300 урын әҙерләнгән, уларҙың 22 проценты буш. Кәңәшмәлә янғындар темаһына иғтибар ителде. Аномаль йылы һәм ҡоро һауа торошо сәбәпле хәл ҡатмарлы. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, бер аҙна эсендә республикала 14 урман янғыны теркәлгән. Ут 11 районда 78 гектар йәшеллекте юҡ иткән. Бынан тыш, 193 гектар майҙанда 161 ҡоро үлән яныуы теркәлгән. Радий Хәбиров барлыҡ яуаплы ведомстволарға һәм хакимиәт башлыҡтарына хәлде даими контролдә тоторға ҡушты. – Янғын хәүефе юғары булған миҙгел көтә, ахыры. Сөнки ошоға тиклем ямғырҙар юҡ. Май саҡ башланып торһа ла, тышта йәйге көн кеүек. Даими рәүештә штаб тәртибендә эшләргә тура килер. Хакимиәт башлыҡтарына һәр саҡ әйтәм, һеҙҙә минең телефон бар, шунда уҡ шылтыратығыҙ. Иң яҡшыһы, эште ҙурға ебәрмәй, алдан уҡ бар көстө утты еңеүгә йүнәлтеү, – тине ул. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яҙғы сәсеү эштәре тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, барлыҡ райондар ҙа был эште башлаған. Тәүлек һайын 100 мең гектар ер сәселә. Бөгөнгә ҡарата пландың 42,5 проценты үтәлгән. Быйыл республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,456 миллион гектар ерҙә сәселәсәк. Әле пландың 43 проценты үтәлгән, йәғни 630 мең гектарҙа сәселгән. Майлы культураларға килгәндә, улар 188 мең гектар ерҙә ултыртылған, был - пландың 45 проценты. Шәкәр сөгөлдөрө 32,5 мең гектарҙа (пландың 66 проценты) сәселгән. Архангел һәм Стәрлетамаҡ райондары "татлы тамыр"ҙы сәсеп тә бөткән. Вице-премьер әйтеүенсә, быйыл сәсеү эштәре башҡа йылдар менән сағыштырғанда алдараҡ тамамланасаҡ. Юлдағы хәлдәргә килгәндә, 15 июлгә юл тамғалары һыҙылып бөтөргә тейеш, тигән йөкләмә бирелде. “Мин үҙем ошо ялдарҙа рулдә йөрөп килдем. Тамғалар ҡайҙалыр бар, ҡайҙалыр юҡ. Был эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Аҡса бүленде, эште һөҙөмтәле ойоштороғоҙ. Тышта йылы, иртәнән кискә тиклем эшләһендәр”, – тине Радий Хәбиров. Фото: selskieogni.ru