2 майҙан йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы (Конкурс грантов Главы Республики Башкортостан для НКО на поддержку проектов в сфере молодежной политики) старт алды. Унда Башҡортостан биләмәһендә кәмендә бер йыл элек теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Конкурс тематикалары түбәндәгесә: Йәштәр хәрәкәте, Ваҡиғалар ойоштороу, Профессионализм, Иҫкәртеү, Мин – гражданин, АртГранит, Медиа, Ирекмәнлек һәм Белем. Быйыл конкурс икенсе тапҡыр үтә. Былтыр 17 коммерцияға ҡарамаған ойошма еңеүсе булғайны. 2022 йылда “Ирекмәнлек” номинацияһында еңеүсе проекттарҙың береһе – “Башҡортостанда юғалған кешеләрҙе эҙләү үҙәге” ойошмаһы тормошҡа ашырған – “Ярҙам эргәлә 2.0” проекты. Маҡсаты – юғалған кешеләрҙе эҙләүгә мөмкин тиклим күберәк Өфө ҡалаһы һәм Өфө районы йәштәрен йәлеп итеү. Йәштәр өсөн төрлө курстар үткәргәндәр. Иғтибарҙы йәлеп иткән былтырғы тағы бер еңеүсе – “Аманат” ойошмаһының “Workspace йәштәр коворкинг-үҙәге” проекты. Уға ярашлы, республиканың