Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса урынбаҫары Петр Ильин Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура бәйләнешкә сығып, янғындар тураһындағы хәл менән таныштырҙы. Ял көндәрендә һауа торошо эҫе торҙо, был тәбиғәт янғындарының артыуына килтерҙе. Уҙған ял һәм байрам көндәрендә 205 республиканың янғын булған, уларҙың 122-һе сүп-сар һәм үлән яныуға бәйле. Иң күп янғындар Әбйәлил, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Яңауыл райондарында һәм Өфө ҡалаһында теркәлгән. 2 майға ҡарата бөтәһе 116,9 гектар майҙанда 25 урман янғыны булған – Туймазы, Белорет, Балаҡатай, Күгәрсен, Әбйәлил, Бөрө, Өфө, Учалы, Дәүләкән, Шишмә һәм Ҡыйғы райондарында. Улар һүндерелгән. Урмандарға барыу сикләнһә лә, янғындарҙың сәбәбе күпселек осраҡта кеше сәбәпсе булып тора. Тәүлек эсендә генә 64 янғын сыҡҡан, шуларҙың 40-ында бөтәһе 855,6 гектар майҙанда үлән һәм сүп-сар янған. Бөтә янғындар һүндерелгән. З