Пикник өсөн зонаны төҙөкләндереү, ҙур спорт майҙансығы, яңы йәйәүле-һуҡмаҡ селтәре – өфөләр Башҡортостан урмансылары исемендәге паркты яңыртыуҙың дизайн-проектын үҙҙәре һайлай ала. Бының өсөн 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк. Ул 31 майға тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреү өсөн https://02.gorodsreda.ru һылтанмаһы буйынса үтергә, Дәүләт хеҙмәттәре аша теркәлергә кәрәк. Тауышты бер объект өсөн генә бирергә мөмкин. Ирекмәндәр ярҙамында Күп функциялы үҙәктәрҙә лә тауыш бирергә була. Быны 12-нән 13 сәғткә тиклем Октябрь проспекты 4\1 (“Мир” сауҙа үҙәге”) һәм М. Ғөбәйҙуллин урамы, 6 (“Аркада” сауҙа үҙәге) офистарҙа эшләргә мөмкин. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән барлыҡ Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Бөтә Рәсәй тауыш биреүе Рәсәй Президенты Владимир Путин май указдары менән булдырған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.