Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һауытты ниңә буш килеш ҡайтарырға ярамай?

Өлкән кешеләр уларға биреп торолған һауытты бер ҡасан да буш ҡайтармай. Ауылда, мәҫәлән, күршегә һөт, ҡаймаҡ, тәмле-татлы индерәләр. Һауытын кире биргәндә төбөнә кәнфит-фәлән, берәй алма-әфлисун булһа ла һалалар. Быға яуап бер: – Һауыт-һабаны буш ҡайтармайҙар! Бөтә нәмәнең дә хикмәте бар бит ул. Бигерәк тә халыҡ араһында йәшәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың. Был осраҡта бына ниндәй ышаныс йөрөй: әгәр күршенән алып торған табаны, кәстрүлде, табаҡты буш килеш ҡайтарһағыҙ, аҡсаға бәйле проблемалар килеп сыға, йәнәһе. Ул һауытҡа бәләкәй генә күстәнәс һалһағыҙ иһә, йортоғоҙға матди байлыҡҡа бәйле энергияны йәлеп итәһегеҙ. Энергия тигәндән. Беҙҙе әйләндереп алған һәр бер әйберҙең үҙ энергияһы бар, ти белгестәр. Буш һауытты кире ҡайтарғанда уның менән бергә үҙегеҙҙең энергияғыҙҙың бер өлөшөн дә бирәһегеҙ. Ә ул урын бер ҡасан буш тормай: һауыт менән бергә «биргән» энергия урынын төрлө күңелһеҙлектәр «баҫып алырға» мөмкин. Шуға күрә алған һауытҡа өйҙә ниндәй тәмле нәмә бар – шуны һалып ҡайтарыу яҡшыраҡ. Ғөмүмән, был ғәмәл үҙе лә һауаплы – кешегә биргәнең үҙеңә икеләтә әйләнеп ҡайта бит ул. Өҫтәүенә бындай иғтибар – әҙәплелек билдәһе лә. Унан тормош бының менән тамамланмай, йомош менән күршеңә тағы ла инеүең бар. Фото: ok.ru Сығанаҡ: syuyumbike.ru