Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәәләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Өйҙәрегеҙҙә Ҡөрьәнде мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡығыҙ. Сөнки Ҡөрьән уҡылмаған өйҙә яҡтылыҡ аҙ, яманлыҡ күп була һәм унда күңелһеҙ үә борсоулы йәшәйҙәр», — тигән. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен аңлау өсөн, моғайын, ошо хәҙис тә етәлер. Мөьмин-мосолман Ҡөрьән уҡыуҙан күңел тыныслығы, ауырыуҙарына шифа һәм иң мөһиме — тормошонда тура юл таба. Шуның өсөн беҙ Ҡөрьәнде өйрәнергә һәм даими уҡырға тейешбеҙ. Ҡайһы бер кешеләр: «Дөрөҫ уҡыйымы? Еренә еткереп уҡыйымы?» — тигән борсоулы һорауҙар бирә. Әлбиттә, бындай борсолоуҙар урынлы. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндә (Мүзәммил" сүрәһе 4-се аят): «Үә раттилил Ҡуръәәнә тәртиилә», йәғни: «Ҡөрьәнде тәртип менән уҡығыҙ», — тип белдерҙе. Ғалимдар был һөйләмгә: «Тәртип менән, тәджүид менә