Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Атайымды күргем килә..."

"Ясминә" гәзитенә бер ир яҙған хәбәрҙе уҡығас, халыҡ араһында бәхәс ҡупты. Был ир, тәүге ҡатыны менән айырылышҡас, бер балалы икенсе ҡатынға өйләнгән. Хәҙер алты йыл йәшәйҙәр, әммә уның һаман элекке ире менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе - туйҙан, бергәләп ял иткән мәлдәрен, балаһы менән өсәүләп булғандарын - һаҡлауы ирҙең асыуын ҡабарта. "Булған - бөткән инде, ти, үҙе бер генә фотоны ла яндырмай йә сығарып ташламай. Тарих бит ул, булған хәлдәр, тип аңлата", - ти. Әллә фотолар ҡәҙерле, әллә - беренсе ире, тип йәне көйә был ирҙең. Төрлө фекерҙәр әйтелгән был хәлгә. Әммә Зөлфиә тигән ханымдыҡын ишеттермәйенсә уҙа алмайым. "Балаға кәрәк был фотолар. Уға ата-әсәһенең йәш саҡта ниндәй булғанын күреү мөһим бит. Беҙҙең әсәй, шәп булғас, үҙен генә уйлаған - атайымдың фотоларын ҡырҡып ташлаған. Бер күрер инем... Фотоһы булһа ла юҡ... 43 йәшкә еттем, атайымды белмәйем. Тыуҙырған атай атаймы ни, үҫтергәне атай, тиһәләр ҙә, әллә олоғаям инде, атайымды бер күрер инем. Ниндәй булһа ла..." - тигән ул.

"Ясминә" гәзитенә бер ир яҙған хәбәрҙе уҡығас, халыҡ араһында бәхәс ҡупты. Был ир, тәүге ҡатыны менән айырылышҡас, бер балалы икенсе ҡатынға өйләнгән. Хәҙер алты йыл йәшәйҙәр, әммә уның һаман элекке ире менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе - туйҙан, бергәләп ял иткән мәлдәрен, балаһы менән өсәүләп булғандарын - һаҡлауы ирҙең асыуын ҡабарта. "Булған - бөткән инде, ти, үҙе бер генә фотоны ла яндырмай йә сығарып ташламай. Тарих бит ул, булған хәлдәр, тип аңлата", - ти. Әллә фотолар ҡәҙерле, әллә - беренсе ире, тип йәне көйә был ирҙең. Төрлө фекерҙәр әйтелгән был хәлгә. Әммә Зөлфиә тигән ханымдыҡын ишеттермәйенсә уҙа алмайым. "Балаға кәрәк был фотолар. Уға ата-әсәһенең йәш саҡта ниндәй булғанын күреү мөһим бит. Беҙҙең әсәй, шәп булғас, үҙен генә уйлаған - атайымдың фотоларын ҡырҡып ташлаған. Бер күрер инем... Фотоһы булһа ла юҡ... 43 йәшкә еттем, атайымды белмәйем. Тыуҙырған атай атаймы ни, үҫтергәне атай, тиһәләр ҙә, әллә олоғаям инде, атайымды бер күрер инем. Ниндәй булһа ла..." - тигән ул. Уйланырлыҡ. Тормош был. Сығанаҡ: https://vk.com/yasmine_gazeta?w=wall-216849486_1314 Фото: photoby.ru