13 майҙа Дәүләкән ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Добрынинъ» компаниялар төркөмөнөң ит ярымфабрикаттары комбинатында булды. Предприятие 2007 йылдан алып эшләй һәм киң ассортиментта билмәндәр, милли башҡорт аш-һыуын етештерә. Предприятиела 2021 йылдың майында “Инвестсәғәт” ултырышында хупланған проект та тормошҡа ашырыла. Ярҙам саралары сифатында инвесторға инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдар өлөшө, шулай уҡ автотранспорт һәм ҡорамалдар буйынса лизинг түләүҙәре компенсацияланған. Ике йыл эсендә комбинатта 2,6 мең квадрат метр майҙанда яңы производство комплексы файҙаланыуға тапшырылған, уның инвестиция күләме 106,2 миллион һум тәшкил итә. Һөҙөмтәлә 100 яңы эш урынды барлыҡҡа килгән. 2022 йылда бында йәшелсә һаҡлағыс төҙөлгән, газ селтәрҙәре үткәрелгән. Тағы ла бер цех, әҙер продукция склады, бүлеү үҙәге, хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш инвесторҙар эргәләге биләмәне төҙөкләндергә ниәтләй. «Добрынинъ» компаниялар төркөмө идарасыһы Ғариф Сурағолов әйтеүенсә, быйыл һыуытыу ҡорамалын, ит ярымфабрикаттары ҡабының яңы линияһын эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы предприятие етәкселеген технологик ҡорамалдарға сығымдарҙы субсидиялауҙа аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам республика программаһы саралары менән әүҙем файҙаланырға саҡырҙы. - Эш сәфәрем барышында беҙҙең “Инвестсәғәт” аша үткән һәм үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырған предприятиеларҙа булырға тырышам. Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты өлгөһөндә продукция сифатына юғары талап менән бизнесты һөҙөмтәле алып барыуҙарын күрәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.