Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләкәнгә эш сәфәре барышында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса модернизацияланған 4-се лицейҙа булды. Уҡыу йорто ике корпуста урынлашҡан. Береһендә башланғыс, икенсеһендә 5-11-се кластар шөғөлләнә. Быйыл лицейға барлығы 1025 бала йөрөй. 1956 йылда төҙөлгән башланғыс мәктәп бинаһы былтыр белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса яңыртылған. Барлығы 56,9 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Тағы ла 6,2 миллион һум биләмәне, мәктәптең спорт майҙансығын төҙөкләндереүгә, ә 4,8 миллион һум уҡыу ҡорамалдары, йыһаздар алыуға йүнәлтелгән. Лицей директоры Фирүзә Ахунйәнова әйтеүенсә, корпуста ҡыйыҡ, фасад, түшәм-иҙәндәр ремонтланған, тәҙрә-ишектәр, һыу һәм йылытыу системаһы алмаштырылған. Башҡортостан Башлығы уҡыу кластарын, ашхананы, спорт залын ҡараны, шәмбе көнө түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөгән башланғыс класс уҡыусылары менән аралашты. Педагогия коллективы республика етәкселегенә мәктәпте