Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә кискә Сибай ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән. Ҡаланың шәхси йорттарының береһендә янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Килеп еткәндә ҙурлығы 7х15 метрлыҡ ике фатирлы йорт эсендә төтөн сыға һәм янып китә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, 1956 йылғы ҡатынды эвакуациялағандар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынынан 1953 йылғы ҡатынды алып сыҡҡан. Тәндәре бешкән ҡатындарҙың икеһе лә ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған. Әлегә улар иҫенә килмәгән... Ваҡиғалар сәбәбе асыҡлана. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. “Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розетка аша ҡабыҙмағыҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – ти иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Бындай ваҡытта урманда, баҡсаларҙа ут һәм усаҡ яғыу тыйыла, был ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән кешеләргә штраф һалына. Фото: mchsrb