Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырыу буйынса стратегия сессияһы эшен асты. Бөгөн был сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарыла. Министрҙар Кабинеты етәксеһе йәшәү өсөн илдә иң яҡшы төбәкте булдырыу башҡарылған эштәрҙең төп маҡсаты булыуын билдәләне. Был иһә, фәнһеҙ, белем биреүһеҙ һәм ошо процесты алға әйҙәүсе –студенттарһыҙ, ғалимдарһыҙ, үҙ иленә, төбәгенә битараф булмағандарһыҙ мөмкин түгел. - Кампустың тәүге сираты - «IQ-парк»ты беҙ быйыл тамамлаясаҡбыҙ. Концепция раҫланған. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университетына үҙҙәренең урындары беркетелгән. Һәр ҡайһыһы икешәр ҡатты биләйәсәк, - тине Премьер-министр. Башняла индустриаль партнерҙар урынлашасаҡ. Башҡа киңлектәр өсөн дә урындар ҡаралған. - Дүрт перспективалы йүнәлеш сиктәрендә юғары технологиялы ҡорамалдар урынлаштырыу ҙа күҙаллана. Улар – “Технологиялар һәм инжиниринг”, “Йәшел химия”, “Биомедицина” , “Яңы йәшәү мөхите”, - ти Премьер-министр. Икенсе бурыс тағы ла күләмлерәк – кампустың төп сираты концепцияһы 11 мең квадрат метр майҙанда урынлашасаҡ. Яҡын арала уны раҫлау һәм төҙөлөштө башлау мөһим. Был ике йыл эсендә уникаль объектты төҙөү маҡсатында эшләнә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.