Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәләк булған яугирҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләкәндә махсус-хәрби операцияла һәләк булған Артур Батыров, Андрей Стручков, Данил Федоров, Айнур Холматов, Дамир Садыҡов, Рәдис Сәйфуллин, Рөстәм Фәтҡуллиндың ғаиләләре менән осрашты. Был егеттәр барыһы ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендарына лайыҡ булған. Төбәк етәксеһе яугирҙәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашты: - Барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнегеҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Улар барыһы ла геройҙар, уларҙың исемдәре мотлаҡ мәңгеләштерелергә тейеш. Улар йәшәгән йортта, улар уҡыған мәктәптә, мемориаль таҡтаташ ҡуйырға һәм тантаналы шарттарҙа асырға кәрәк. Ә Дәүләкәндең үҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа килергә тейеш, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы һәләк булған яугирҙәр Дамир Садыҡов, Рәдис Сәйфуллин, Рөстәм Фәтҡуллин, Айнур Холматовтың Генерал Шайморатов ордендарын туғандарына тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.