Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытай менән бәйләнеш нығый

Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең Ауыл хужалығы надзоры идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Әлшәй районындағы шәкәр заводы тәүге тапҡыр Ҡытайға ауыл хужалығы малдары өсөн аҙыҡ өҫтмәләре оҙатҡан. Экспорт өсөн әҙерләнгән эшкәртелгән шәкәр сөгөлдөрөнөң өҫтәмә продукцияһы - сөгөлдөр жомы 1482 тонна тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, быға тиклем төбәктән Ҡытайға сөгөлдөр жомын бары тик Шишмә районының шәкәр заводы ғына сығарҙы. Йыл башынан был предприятиенан Ҡытай Халыҡ Республикаһына барлығы 7649 тонна күләмендә 310 партия үҫемлекселек аҙығы оҙатылды. Барлығы йыл башынан был илгә дөйөм күләме 9131 тоннаға тиң 372 партия сөгөлдөр жомы ебәрелгән. Ил Президенты Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсат сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2030 йылға тиклем 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа сеймал булмаған тауарҙарҙың экспорт үҫешен арттырыу. Фото: gtrk.tv