Был сара “Экология” милли проектының “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Урман хужалығы министрлығы. Ултыртыу өсөн үҫентеләр Тымыҡ - Ашҡаҙар питомнигы теплицаһында үҫтерелгән. Сарала 23 кеше ҡатнашҡан. Был акция йыл һайын уҙғарыла. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың һәр ҡайһыһы иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан биләмәһендә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә дәүләт урман фонды ерҙәрендә ағастар ултыртыу, ауылдарҙы йәшелләндереү саралары 22 майға тиклем дауам итәсәк. Бынан тыш төбәк урмансыларына кәмендә 14,8 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре бурысы тора, шул иҫәптән яһалма рәүештә урманды тергеҙеү 6,7 мең гектарҙа башҡарыу ниәтләнә. “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәһен арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһы бысраныу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: bash.news