Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙ ғүмерендә биш мең ағас ултыртҡан!

Башҡортостанда был көндө һәр төбәктә тиерлек ағастар ултыртыла. Айырыуса махсус тәбиғәт биләмәләре парктары, ҡала һәм район парктарында ағастар ултыртыу акцияһы дауам итә. Республикала быйыл да “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акциялары әүҙем бара. Бөтөн республика буйынса 15 миллион ҡыуаҡ һәм төрлө ағастар ултыртыла. - Ағас ултыртыу менән 2017 йылдан шөғөлләнәм. Үҙ ғүмеремдә 5 мең ағас ултыртҡанмындыр. Ә шәхсән үҙем ойошторған акциялар барышында 340 мең ағас ултыртылды. Башҡортостанда башлыса шыршы, ҡайын, йүкә, тал ағастарына өҫтөнлөк бирелә. Ҡайҙалыр акция үткәрер алдынан районға, ундағы ергә иғтибар итәбеҙ. Һәр районда ла йүкә йәки шыршы берегеп китмәй. Үҙем иһә имәнде яратам, сөнки был ағасты ултыртыуы мәшәҡәтле. Сәтләүектән ултыртыр кәрәк, ә уларҙы сысҡандар ашай. Күсереп ултыртҡан мәлдә тамыры зарарлана һәм үҫеп китә алмай, – тип һөйләй “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Максим Некрасов. Ә һеҙ быйыл ниндәй ағастар ултырттығыҙ? Автор фотолары.