Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһының Петр Ильич Чайковский концерт залындағы концерты ҙур уңыш менән тамамланды, унда республиканың академик музыкаһының төп ижади коллективы "Рәсәй оркестрҙары" абонементы сиктәрендә сығыш яһаны һәм “Рус симфоник музыкаһы шедеврҙары” тамашаһын тәҡдим итте. Донъяның иң билдәле сәхнәләренең береһендә оркестр концерттары матур йолаға әүерелә бара, шулай уҡ иң сағыу музыканттар менән хеҙмәттәшлек итеү оло мәртәбә. Башҡортостан дәүләт оркестры Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Денис Мацуев менән бергә Мәскәү филармонияһының ағымдағы миҙгелен асты, ә кисә күренекле рәсәй пианисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Екатерина Мечетина менән бергә сығыш яһаны. Маэстро Дмитрий Крюков идаралығында оркестр Анатолий Лядовтың «Кикимора» симфоник картинаһын, Сергей Рахманиновтың фортепиано һәм оркестр өсөн 2-се концертын һәм Игорь Стравинскийҙың «Весна священная» балеты музыкаһын башҡара. Концерт Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт ми