Был өлкәлә түбәндәгеләрҙе белеү мөһим: *яңы һеңгән таптан ҡотолоуы еңелерәк *күптән һеңгәнен сығарыуы ауыр буласаҡ *май тамған әйберҙе йыуыу машинкаһында өйрөлтмәгеҙ – тапты сығарыу ауырлаша *һәр сараны ҡулланыр алдынан кейемдең һул яғы өлөшөндә һынап ҡарағыҙ – төҫөн сығармаймы, уңдырмаймы? Тапты бөтөрөү буйынса бер нисә ысулды ҡарап китәйек. *Майлы таптан ҡотолоу өсөн тоҙ менән нашатырҙы (1 балғалаҡ тоҙға 6 балғалаҡ спирт алына) буташтырабыҙ һәм бысранған урынға һөртөп кипкәнсе һалып торабыҙ. Аҙаҡ ғәҙәти режимда йыуабыҙ. Һөҙөмтәһе ҡыуандырмай ҡалмаҫ. *Майлы тапты тағы ла ҡашығаяҡ йыуыу өсөн шыйыҡса, крахмал, аҡбур, теш порошогы менән дә таҙартып була. *Яңы таптан тағы шулай ҡотолорға була: тоҙ һөртөп, өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙырға. Мамыҡты аш һеркәһенә мансып таплы урынды ышҡырға һәм һыуыҡ һыуҙа йыуырға. Бындай ысул кейемгә һут тамған саҡта ла ярҙам итә. *Гәрсис онтағына бер аҙ һыу менән ҡатыштырып тапҡа һөртөргә мөмкин. *Кер һабынын һылап һалып торорға була. *Әйберҙең бысранған өлөшөн 3