Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фонды эшен ойоштороу буйынса семинар кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы был семинарҙы Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт идаралығы академияһының базаһында үткәрҙе. — 2022 йылдың октябренән беҙҙең төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса раҫланған Саралар планы тормошҡа ашырыла. Уны тормошҡа ашырыуға Башҡортостандың барлыҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, йәмәғәт һәм ирекле ойошмалар йәлеп ителә. "Ватанды һаҡлаусылар" фондының төбәк бүлексәләре етәкселәре менән семинарҙа төрлө йүнәлештәр буйынса өҫтәмә ярҙам саралары ентекле ҡаралды, — тине Лира Иғтисамова. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды булдырылды. Фонд рәйесе Анна Цивалева үҙ сығышында, Фонд ветерандарҙы борсоған барлыҡ проблемалар һәм һорауҙар менән эшләйәсәк, тип билдәләне. Был ярҙам саралары медицина, социаль, психологик реабилитация, паллиатив ярҙам, шифаханаларҙа дауаланыу, дарыу һәм протездар менән тәьмин итеү, торлаҡ йорттарҙы яраҡлаштырыу, эшкә урынлашыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләргә ҡағыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.