Күптән түгел генә Мысырҙа бер яҡташыбыҙҙың бассейнда батҡан баланы ҡотҡарыуы тураһында яҙғайныҡ. Был юлы ошоноң ише хәбәр Төркиәнән килде. Бында ла яҡташыбыҙ һыуға батҡан баланы үлемдән ҡотҡарған. Ул – Бөрө үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Эльза Сәлмәнова. Яҡташыбыҙ ял иткән саҡта була был хәл. Ял итеүселәр бассейн төбөнән 8-9 йәшлек малайҙы һөйрәп сығара, ул тын алмаған була. Үлеп барған балаға ярҙамға Эльза һәм уның тормош иптәше ташлана. Улар малайҙы башы менән аҫҡа ҡарай әйләндерә һәм күкрәгенә баҫа башлай. Үпкәһенән һыу сыҡҡас, яҡташыбыҙ уның йөрәгенә тура булмаған массаж яһай башлай. Шул саҡта малайҙың йөрәге тибә башлай, ул тын ала һәм табиптар килгәнсе күҙҙәрен аса. Был хәл тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һөйләне. “Шәфҡәт туташтарыбыҙҙың төрлө белгеслеге бар, улар – табиптарҙың төп ярҙамсылары, реанимация, амбулатория йәки стационар булһынмы. Иң мөһиме, был һөнәргә ипле һәм ҡыйыу, әҙәпле, ярҙам итергә әҙер кешеләр бара. Бөгөн шәфҡәт туташтары күп кенә участкаларҙа үҙҙәрен уңышлы күрһәтә. Коллегаларыбыҙ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында тыныс халыҡҡа һәм яраланған яугирҙәрҙе дауалауҙа, махсус хәрби операция зонаһында Башҡортостан батальондары яугирҙәренә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша”, – тип яҙҙы ул. Максим Забелин барыһын да Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө менән ҡотланы һәм уларға һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләне. Фото: "Башинформ".