БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы ҡыҙыҡлы проект тәҡдим итә: СУМАҘАНДАҒЫ МУЗЕЙ. Был проект буйынса, музей хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре төрлө белем биреү учреждениеларына (мәктәптәр, уҡыу йорттары), балалар баҡсаларына барып, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының музейында һаҡланған ҡыҙыҡлы экспонаттар менән таныштыра. Сара барышында шулай уҡ музейҙың тарихы, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тормош юлы һәм ижады менән дә таныштырыу маҡсат итеп ҡуйылған. Уйын рәүешендә ойошторолған дәрес балаларға мауыҡтырғыс та, фәһемле лә. Бәйләнешкә сығығыҙ, саҡырығыҙ! Заявкалар көтөп ҡалалар. Бәйләнеш өсөн телефон: 272 - 65 – 65 Сығанаҡ: vk.com/mdmmgafuri, vk.com/club66773949