2023 йылдың 10 майында Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидиялар формаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Конкурсты республика Башлығы гранттары фонды дүртенсегә уҙғара. Быйыл социаль йүнәлешле ойошмалар рекордлы әүҙемлек күрһәткән – конкурсҡа 213 ғариза ҡабул ителгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 54,35%-ҡа күберәк, 2022 йылда 138 проект булған. Һоралған дөйөм сумма 292 миллион һум тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта конкурстың бюджеты ни бары 50 миллион һум. Был конкурстың ихтыяжлы булыуын һәм ҡатнашыусыларға ярайһы уҡ ҙур көнәркәшлек шарттарында эш итергә тура килеүҙе раҫлай. Конкурста башҡа төбәктәрҙән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ҡатнаша ала, тик уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Мәҫәлән, быйыл конкурсҡа илебеҙҙең 9 төбәгенән (Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Ырымбу