90 йыл элек, 1933 йылда, республикабыҙҙың мәғариф өлкәһендә иҫтәлекле ваҡиға була: уҡытыусыларҙың һөнәри белемен һәм педагогик мәҙәниәтен арттыра торған уҡыу йорто – халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын үҫтереү институты айырым берәмеккә әйләнә. Уның алдына мәғарифты үҫтереү буйынса яуаплы бурыстар ҡуйыла. Шул ваҡыттан алып Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Мәғарифты үҫтереү институты алдынғы ойоштороу, методик һәм фәнни үҙәк булыу бурысын уңышлы атҡара. Институт мәғарифтың иң яҡшы традицияларын дауам итеп, заман менән бергә атлап, яңылыҡтарҙы яҡшы үҙләштереп кенә ҡалмай, ә белем биреү өлкәһе алдына заман килтереп ҡуйған ҡатмарлы бурыс, һорауҙарға яуап та эҙләй һәм таба. Институт Башҡортостандың белем биреү ойошмалары, ғилми үҙәктәр һәм педагогтар берләшмәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, республика һәм федераль кимәлдәге ҙур проекттарҙы ла тормошҡа ашыра. Бөгөн “Торатау” конгресс-холында белем үҫтереү учреждениеһының 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда дәрәжәле ҡун