Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таһир Кусимов исемендәге батальонды оҙаттыҡ

Бөгөн Өфөнән Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимов исемендәге бишенсе ирекле батальон хәрби күнекмә урынына оҙатылды. Аҙаҡ улар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Яугирҙәрҙе оҙатыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. - Яңы батальон әле формалаштырskған башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкының бер өлөшө буласаҡ. Һәм был полк “Башҡортостан” тигән исемде йөрөтәсәк. Унда бер сафта, иңгә-иң терәп республикабыҙ яугирҙәре хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан исеменән егеттәргә ябай булмаған ҡарар ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Барлыҡ хәрбиҙәребеҙгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һымаҡ, яңы батальон яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Үҙегеҙҙең бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, тыуған яғығыҙға иҫән-имен ҡайтығыҙ, - тине республика етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та егеттәргә ныҡлы ышанысын белдерҙе: - Бөгөн беҙ Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемендәге башҡорт ирекле батальонын хәрби күнекмә урынына оҙатабыҙ. Улар унда әҙерлек һәм уҡыу үтәсәк. Хәрби күнекмә барышында армияла хеҙмәт иткәндәге оҫталыҡтарын иҫкә төшөрөүҙәрен, хәрби һөнәрҙәр үҙләштереүҙәрен, махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланырға әҙер булыуҙарын теләйем. Һәм, әлбиттә, үҙҙәрен һаҡлаһындар, - тине ул. Батальон яугирҙәрендә лә көслө рух, ҡарарҙарының ныҡлығы тойола. - Үҙем элек армияла булып ҡайттым. Махсус хәрби операцияға юлланырға тыуған илде яҡларға, яҡындарыбыҙҙы һаҡларға тигән маҡсат этәргес бирҙе. Ағайымдар ҙа, таныштар араһында ла махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәр бар. Мин дә ситтә ҡалғым килмәне, - тип һөйләне батальондағы йәш яугирҙәрҙең береһе. Батальондағы тағы ла бер әңгәмәсебеҙ еңеү менән ҡайтырҙарына ышанысын белдерҙе. - Мин - запастағы майор. Элекке хәрбиҙәр булмай, тиҙәр бит. Тыуған ил саҡыра, тинем дә махсус хәрби операцияға барырға булдым. Ғаиләм минең ҡарарымды хупланы, ҡаршы килмәнеләр. Тиҙҙән еңеү менән ҡайтырыбыҙға өмөт итәм, - тине ул. Яугирҙәрҙе оҙатыу сараһында генерал Таһир Кусимовтың яҡташтары - Әбйәлил районынан да вәкилдәр булды. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов был батальондың Таһир Кусимов исемен йөрөтөүе әбйәлилдәр өсөн ғорурлыҡ булыуын белдерҙе: - Был батальонға арҙаҡлы яҡташыбыҙ Таһир Кусимов исеме бирелеүе өсөн рәхмәт. Беҙҙең район өсөн был - ҙур мәртәбә, ғорурлыҡ . Әлеге сараға Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияның шайморатовсылар класы, шулай уҡ Күсем ауылынан да геройҙың яҡташтары килде. Бөгөнгө батальон менән ҡуҙғалыусылар сафында Әбйәлилдән дә егеттәр бар. Таһир Кусимов исеменә тап төшөрмәй, уның кеүек еңеү яулап, илебеҙ халҡының өмөттәрен аҡлап ҡайтырҙар тип ышанабыҙ. Таһир Кусимов үҙе лә Донбасс ерҙәрендә көрәшкән һәм һуғыштан герой булып, еңеүсе булып ҡайтҡан. Бөгөн егеттәрҙе изге теләктәр менән оҙатабыҙ һәм ышаныс менән көтөп ҡалабыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булырына шик юҡ. Рәсәй, республика халҡы менән бер рәттән махсус-хәрби операциялағы егеттәргә бар яҡлап терәк булырға тырышабыҙ, шулай уҡ уларҙың яҡындарына, туғандарына да ярҙам итергә тырышабыҙ. Аҙна-ун көн һайын тиерлек гуманитар ылау ебәрелә.Ошо көндәрҙә хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ һорауы буйынса УАЗ машинаһы оҙатылды, шулай уҡ бер мотоцикл, башҡа кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр ебәрелде. Киләһе аҙнаға йәнә бер гуманитар ылау әҙерләнә, - тип һөйләне район хакимиәте башлығы. Батальонды оҙатыу тантанаһында Асҡар ауылынан Таһир Кусимов исемендәге гимназияның М.Шайморатов исемендәге класы ла ҡатнашты. Егермегә яҡын уҡыусыны класс етәкселәре Альбина Муллахмәтова менән тап иттек. - Был сараға балалар ҙур теләк менән әҙерләнде. Былтыр 11 октябрҙә Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһына ла күмәкләп килгәйнек. Үҙҙәренең шайморатовсылар булыуы менән уҡыусыларым бик ғорурлана. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, уларға һоҡланып ҡарайҙар. Шайморатовсылар класы беҙҙең гимназияла үткән йылда сентябрҙә асылды. Унда һәр яҡлап алдынғы 27 бала тупланды. Уҡыуҙа, спортта алдынғы, төрлө сараларҙа әүҙем был балалар. Мәҫәлән, быйыл Таһир Кусимовтың тыуған көнөндә “Гимназия көнө” уҙғарылды. Унда шайморатовсылар “Иң әүҙем класс” номинацияһында еңеүсе булды. Республика кимәлендә уҙғарылған көҙгө һәм ҡышҡы шайморатовсылар уйынында ҡатнашыу ҙа балаларҙы рухландырҙы. Уҡыусылар менән төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, Владислав Халиҡов “Миңлеғәли Шайморатов – башҡорт халҡының намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ кәүҙәләнеше, бөйөк еңеүҙәр символы”, Алсын Усманов “112-се башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы – Бөйөк Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың еңеү символы” темаһы буйынса фәнни эштәр яҙып, икеһе лә YII “Европа-Азия офоҡтар асып” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла призлы урындар яуланы. Һанай китһәң, балаларҙың бындай уңыштары бик күп. Илһөйәрлек саралары ла әленән-әле уҙғарылып тора. Балалар һәр яҡлап өлгө булырға ынтыла. Шайморатовсыларҙың класс етәксеһе булыуы ла үҙе ҙур яуаплылыҡ, -тип һөйләне Альбина Ринат ҡыҙы. Шайморатовсыларҙың төрлө яҡлап һәләтле булыуҙарына үҙебеҙ ҙә инандыҡ. “Йөрәк һүҙе” шиғыр һөйләүселәр конкурсында бер нисә уҡыусы ҡатнашып, районда 3-сө урын яулаһалар, Магнитогорск ҡалаһында дипломант булып ҡайтҡандар. Тарихты белеү, үткәндәрҙе онотмау йүнәлешендә илһөйәрлек сараларында ла даими ҡатнашалар. Еңеү көнө алдынан “Хәтер минуты” проекты әҙерләп, һәр бала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт олатайҙары тураһында һөйләгән. Ошо шайморатовсылар һымаҡ, белемле генә түгел, рухлы, тыуған илен яратҡан үҫеп килгән йәш быуын менән дә көслө тыуған илебеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.