Рәсәй һәм сит ил етәкселәре өсөн был - профессиональ компетенцияларҙы комплекслы баһалауҙы үтеү, шәхси үҫеш планын алыу, эре компаниялар етәкселәре менән танышыу һәм илдең иң яҡшы идарасылары берләшмәһенә инеү мөмкинлеге. Унда ике йылдан алып идара итеү тәжрибәһе булған 55 йәшкә тиклемге Рәсәй һәм сит ил граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн 14 майға тиклем лидерыроссии.рф рәсми сайтында ғариза бирергә кәрәк. Теркәүҙе уңышлы тамамлау өсөн бөтә ҡатнашыусыларға анкета тултырырға һәм конкурстың шәхси кабинетына видеоәңгәмә һалырға кәрәк. “Рәсәй лидерҙары” конкурсының юбилей миҙгелендә анкета тултырылғандан һуң һәр ҡатнашыусы тәүге тапҡыр идара итеү күнекмәләрен, шулай уҡ идара итеү стилен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр аласаҡ. Конкурс күп баҫҡыслы баһалау системаһы нигеҙендә үткәрелә, уның ярҙамында һәләттәрҙең һәм идара итеү сифаттарының үҫеш кимәле билдәләнә. Ҡатнашыусыларҙы профессиональ эксперттар баһалай. Төп бүләктәр иҫәбендә – уҡыуға бер миллион һум күләмендә грант, Рәсәйҙең алдынғы идарасылары араһынан остаз менән осрашыу, шулай уҡ карьера консультацияларын тыңлау мөмкинлеге. “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса 2017 йылдан алып уҙғарыла. Уның маҡсаты - юғары кимәлдәге лидерлыҡ сифаттарына һәм идара итеү һәләтенә эйә булған перспективалы етәкселәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү. 400-ҙән ашыу кеше юғары вазифаларға тәғәйенләнә, улар араһында төбәк башлыҡтары, ҡала мэрҙары, федераль министрҙар урынбаҫарҙары, төбәк хөкүмәттәре рәйестәре, Рәсәйҙең ҙур коммерция компаниялары һәм дәүләт холдингтары топ-менеджерҙары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре. “Рәсәй лидерҙары” конкурсының яңы миҙгеле тураһында өҫтәмә мәғлүмәт "Рәсәй лидерҙары" лидерыроссии.рф сайтында. Фото: srgazeta.ru
“Рәсәй лидерҙары” конкурсына теркәлеү тамамланыуға ике көн ҡалды
12 мая 202312 мая 2023
1 мин