Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, яңы электрохирургия аппараты алынды. “Элепс” ҡорамалын ҡан китеүҙе туҡтатыу, тәндәге туҡымаларҙы һәм шештәрҙе ҡырҡып ташлау өсөн файҙаланалар. Ул юғары йышлыҡлы электр тогы ярҙамында эшләй, процедура пациент өсөн ауыртыу тыуҙырмай. Был нервы остарын стимуллаштырыу иҫәбенә башҡарыла, туҡымалар был осраҡта зарарланмай. Яңы аппарат ярҙамында яралар тиҙерәк төҙәлә (аҙна дауамында).”Элепс” хирургияла һәм гинекологияла ҡулланыла. –Яңы ҡорамалды файҙаланыу һөҙөмтәһендә операциянан һуң пациенттарҙың һаулығын тергеҙеү осоро ҡыҫҡара, быға радиотулҡындың антисептик йоғонтоһо һәм туҡымаларҙы яралау тәьҫирен кәметеү сәбәпсе, – ти Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу