"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үткәрелгән "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нең береһендә Стәрлебаш районы фермеры Вадим Кинйәбыҙов һыйыр малын һимертеү базаһын төҙөү буйынса инвестиция проектын ҡарауға ғариза бирҙе. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, эшҡыуар баҫыуҙарҙы пестицидтарҙан дрондар ярҙамында эшкәртә башларға ниәтләй. Идеяны хуплайҙар һәм әҙерлек башлана. Пилотһыҙ аппараттар һатып алырға, улар менән идара итергә өйрәнергә кәрәк ине. Һәм бына 11 майҙа Вадим Кинйәбыҙов пилотһыҙ осоу аппараттары менән таныштырҙы. Бындай алым ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирә, сәсеү сифатын күтәрә. Һис шикһеҙ, был киләсәк уңышта ла яҡшы сағылыш табасаҡ. Бынан тыш, Стәрлебаш районы башлығы менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Вадим Кинйәбыҙовҡа һимертеү базаһын төҙөү өсөн ер участкаһы һайлауҙа, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуға рөхсәт алыуҙа булышлыҡ итеү бурысы йөкмәтелде. Әле эшҡыуарҙың проектын “берҙәм тәҙрә” режимында әҙерләйҙәр. Хөр