Найти тему
Башҡортостан гәзите

Булһа була бит оҫта ҡуллы кешеләр!

Тула баҫыу бөгөн ят шөғөл тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ! Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Наталья Щепина төҫлө ептәр ҡушып, һарыҡ йөнөнән заманса күлдәк, итек, пальто, кофта, шарф, баш кейемдәре, сумка һәм башҡа кәрәк-яраҡ яһай. Мәләүез индустриаль колледжында кадрҙар буйынса белгес ханым өс йыл элек тула баҫыу менән ҡыҙыҡһына башлай, интернет селтәренән мәғлүмәт туплай. “Беҙҙең яҡтағы һарыҡ йөнө ҡаты һәм шырт: быйма, балаҫ, кейеҙ эшләргә генә яраҡлы. Сағыштырыу өсөн кеше сәсенең ҡалынлығы - 50 микрон, меринос һарығының 18-20 микрон икәнлеген әйтеү етә. Шуға ла Австралия мериносы, Ҡарасәй- Черкес яғының һарығы йөнөн яҙҙыртып алам”, - ти Наталья Николаевна. Ниндәйҙер өлкәлә уңышҡа ирешер өсөн, үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде асыҡларға һәм, әлбиттә, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләргә теләк, тырышлыҡ кәрәк. Ханым үҙенә кәрәк тип тапҡан дәреслектәрҙе интернеттан һатып алған. Тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, оҫтабикәнең кейемдәре зауыҡлығы, төҫтәр композицияһы менән күҙҙе иркәләй. Икенсенән, бындай кейем экологик яҡтан да сифатлы, һыуыҡта өшөтмәй, эҫелә тирләтмәй. Күҙ нурҙарын түгеп, мәрйендәр менән биҙәлгән, үҙ ҡулдары менән теккән кейемле Наталья Щепинанан ҡарашты айырып алып булмай, ышанмаһағыҙ үҙегеҙ баһалағыҙ! Фото авторҙыҡы һәм асыҡ сығанаҡтан алынды.