11 майҙа Ырымбурҙа Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров рәйеслегендә Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтарының этноконфессиональ өлкә өсөн яуаплы урынбаҫарҙары менән семинар-кәңәшмә үтте. Ултырыш барышында округ төбәктәрендә 2025 йылға тиклемге Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм, яңы шарттарҙы иҫәпкә алып, этник-ара һәм конфессия-ара татыулыҡтың башҡа аспекттары тикшерелде. Кәңәшмә РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса йыл һайын Волга буйы федераль округы төбәктәренең береһендә үткәрелә. Семинар эшендә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, РФ Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин, Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер, РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзалары Владимир Зорин һәм Пётр Тултаев ҡатнашт