Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кардиоүҙәк янында эт хужаһын көтә

Өфөләге республика кардиоүҙәге янында 4 майҙан алып бер эт хужаһын көтөп ултыра. Был күңелһеҙ хәл тураһында медицина учреждениеһының баш табибы Ирина Николаева социаль селтәрҙә яҙған. Уның белдереүенсә, кешеләр эттең “ашығыс ярҙам” машинаһы артынан йүгереп килгәнен күргән. Тик бына хужаның кемлеге һәм ниндәй бүлеккә ятҡаны билдәле түгел. “Эт ҙур ғына, овчаркаға оҡшаған, һоро төҫтә. Кардиоүҙәк ихатаһы буйынса йөрөй һәм һәр килгән кешегә өмөт менән ҡарай. Һыйпарға бирмәй, беҙ уны ашатабыҙ, тик ул күп ашамай. Хужаһы уны таныр ҙа артынан килер тип ышанабыҙ. Эт ҡаралған, хужалы икәне күренеп тора. Әгәр уны кемдер таныһа, беҙгә хәбәр итегеҙ”, – тип яҙған ул. Фото: "Башинформ".