Бөгөн Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең башланғысы менән “Остаз” республика конкурсына старт бирелде. Яңы бәйге Уҡытыусы һәм остаз йылына, республикала иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арнала. Конкурс республика буйынса бер нисә зонала үткәреләсәк, артабан еңеүселәр 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә финалда осрашасаҡ. Бөгөнгө тәүге зона бәйгеһендә Өфө ҡалаһының ете районынан һәм ике гимназияһынан туғыҙ команда ҡатнашты. Команда составында директорҙар, башҡорт теле уҡытыусылары, методистар, тәрбиәселәр бар ине. Улар Өфө ҡалаһының Совет, Ленин, Калинин, Орджоникидзе, Октябрь, Киров, Дим райондарының, Өфө ҡалаһындағы 1-се һәм 2-се полилингваль гимназияларҙың данын яҡланы. - Был проект уҡытыусыларҙы туплау, уҡытыуҙың яңы методикалары менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп булдырылды. Конкурс тотош республика буйынса ете зонала үтәсәк. Ярыш барышында командалар үҙҙәре менән үҙенсә