Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Рәсәй Федерацияһының төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Ултырышта милли проекттарҙы һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте инвестиция-төҙөлөш циклын ҡыҫҡартыу буйынса әүҙем эш алып бара, ул граждандар өсөн мөһим объекттар төҙөүҙе тиҙләтергә һәм төҙөүселәрҙең сығымдарын кәметергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа илдә тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу срогы дүрттән бер өлөшкә кәмегән – 2 181-ҙән 1 574 көнгә тиклем. – 2023 йыл аҙағына уны 1 300 көнгә тиклем кәметергә планлаштырабыҙ, – тип хәбәр итте Марат Хөснуллин. Бынан тыш, Рәсәй Хөкүмәте проект документацияһына һәм инженер тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләренә эксперттар оҙатыуы мөмкинлеген биргән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ шулай уҡ Төҙөлөштә хаҡтар яһалышының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында төҙөлөш ресурстарының смета хаҡтары булғанда смета хаҡын билдәләүҙең ресурс-индекс ысулын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Тағы ла бер үҙгәреш ярҙамсы файҙаланыу объекттарына ҡараған төҙөлөштәр һәм ҡоролмалар өсөн бынан ары төҙөлөшкә рөхсәт алыу талап ителмәүенә бәйле. Вице-премьер әйтеүенсә, был төҙөүселәрҙең сығымдарын кәметергә һәм ошондай объекттарҙы теркәүҙе ябайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Күрелгән нормаларҙы иҫәпкә алып, Марат Хөснуллин төбәктәрҙә иҫке ҡағиҙәләр буйынса эшләүҙе дауам итергә ярамағанлығына иғтибар йүнәлтте. – Төҙөлөш-монтажлау эштәренә тотоноу һәм бөтә билдәләнгән пландарҙы үтәү өсөн проекттарҙы ваҡытында контрактларға кәрәк. Был эште иң яҡшы алып барған төбәктәр араһында Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрен, Бүрәт Республикаһын, Чечен Республикаһын, Ростов өлкәһен һәм Башҡортостан Республикаһын билдәләп үтергә теләйем, – тине Марат Хөснуллин. – Бынан тыш, былтырғы темптарҙы һаҡлау өсөн торлаҡ төҙөлөшө буйынса эште көсәйтергә кәрәк – Президент беҙҙең алға шундай бурыс ҡуйҙы. Бының өсөн төбәктәрҙә ҡала төҙөлөшө потенциалын үҫтереү мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.