2023 йылдың 31 майына тиклем Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре объекты һәм дизайн-проекты өсөн тауыш биреү дауам итә. 14 йәштән өлкән һәр кем тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. 2021 йылда Башҡортостанда онлайн тәртиптә үткән тауыш биреүҙә 387 мең кеше ҡатнашһа, 2022 йылда – 560 меңдән ашыу. Тауыш биреү Рәсәй Президенты инициативаһы менән булдырылған “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендәге “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә үтә. Төҙөкләндереү объекттарын 2.gorodsreda.ru платформаһында һайларға. Дәүләт хеҙмәттәре аша теркәлергә. Яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән ҡаланы йәки районды һайлап, тауыш бирәбеҙ. Фото: smartik.ru