11 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге яңы ирекле батальон командованиеһы менән осрашты. Был - төбәктә ойоштора башлаған бишенсе республика исемле батальоны һәм Башҡорт мотоуҡсылар полкының икенсе бүлексәһе. Полк составына шулай уҡ Даян Мурзин исемендәге батальон инәсәк, ул апрель аҙағында хәрби эште көйләү урынына юлланғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл башында хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙамға подразделениелар булдырыу һәм уларҙы артабан республика полкына берләштереү башланғысы менән сығыш яһағайны. Башҡортостан Башлығы был тәҡдимдәрҙе хупланы. – Башҡорт полкын ойоштороу тураһында ҡарар дөрөҫ булды, тип иҫәпләйем. Яҡташтарыбыҙ иңгә-иң көрәшәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Ә беҙгә егеттәр менән үҙ-ара килешеп эш итеү, уларға ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтеү еңелерәк буласаҡ. Кәңәшмәлә подразделениены комплектлау һәм тәьмин итеү, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Республика етәксеһе Таһир Күсимов исемендәге батальон доброволецтары хеҙмәттең һәр ярты йыллығы өсөн 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм тәүлек өсөн аҡса аласағын иҫкә төшөрҙө. Республика техник тәьминәт һәм экипировка буйынса бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәйәсәк, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. – Яңыраҡ Донбассҡа эш сәфәре менән барҙым, унда беҙҙең мобилизацияланған егеттәрҙең нисек һуғышҡанын һәм нисек итеп урынлашҡанын ҡараным. Улар үҙҙәренең бурысын лайыҡлы үтәй, – тине Радий Хәбиров. – Тыуған илде һаҡлауға баҫырға ҡарар иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Төбәк етәксеһе булараҡ минең төп бурысым - һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә барлыҡ ресурстар менән ярҙам итеү. Башҡортостан халҡы ла һеҙҙең өсөн борсола һәм яугирҙәргә гуманитар ылауҙарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Һеҙ беҙҙең өсөн – ысын геройҙар. Таһир Күсимов исемендәге батальон командиры подразделениеның шәхси составының тулыһынса булдырылыуы һәм хәрби әҙерлек урынына юлланырға әҙер булыуы хаҡында еткерҙе. Ул шулай уҡ республика етәкселегенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы егеттәргә уңышлы әҙерлек теләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.