Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең ШОС һәм БРИКС илдәренең фәнни хеҙмәттәшлек үҙәгенә әүереләсәге тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе: - Мәскәүҙә уҙғарылған стратегия сессияһы һөҙөмтәләре буйынса халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе иҫәпкә алып, беҙ Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең моделен барланыҡ: 1)Даими фәнни дисциплина-ара халыҡ-ара саралар менән ваҡиға үҙәге һымаҡ кампус булдырыу. 2) Евразия йүнәлешендәге фәнни-белем биреү үҙәген комплекслы стратегия эсендә үҫтереү. Башҡортостан Евразияның йыйылма нөктәһе сифатында күҙ уңында тотола, шуға ла кампусҡа фәнни һәм белем биреү генә түгел, ә сәйәси, мәҙәни, эшлекле үҙәк роле лә йөкмәтелә. Шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС илдәре менән, эшсе төркөмөн булдырыу тәҡдим ителде. Бының өсөн беҙ Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытайҙағы Башҡортостан вәкиллектәрендә республиканың фәнни-белем биреү үҙәге вәкиллеген асыу мөмкинлеген хәстәрләйбеҙ. Шулай уҡ ШОС һәм БРИКС университеттары Ассоциацияһын, республикабыҙҙың фәнни-белем биреү үҙәге нигеҙендә Евразия университеттары Ассоциацияһы вәкиллеген булдырыу планлаштырыла. Фото: Маргарита Болычеваның сәхифәһенән.