Илдең барлыҡ төбәктәрендә халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин инфраструктураларҙың йылдам үҫеше тураһындағы стратегик сессияла ентекле һөйләне. Һуңғы өс йылда төҙөлөш тармағында эш күләме 15 процентҡа артҡан. Санкциялар ҡыҫымы булһа ла, ул үҫешен дауам итә. Былтыр торлаҡты сафҡа индереү буйынса ла рекордлы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Илдәге 3,5 миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Башҡортостанда был һан - 110 меңдән ашыу. Рәсәйҙә комплекслы һәм оҙайлы планлаштырыу өсөн, бюджет аҡсаһын йәлеп итеп, транспорт, коммуналь һәм социаль инфраструктура объекттарын сафҡа индереү буйынса биш йыллыҡ программа раҫланған. Был ваҡыт эсендә тотош илдә дөйөм суммаһы 4,5 триллион һум тәшкил иткән 6,5 мең объектты төҙөйәсәктәр. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: sdo.gus.ru