Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы үҙәк сафҡа инә

Өфөлә төҙөүселәр Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенең фасад эштәрен тамамланы һәм төҙөкләндереү эштәрен башлаясаҡтар. Төҙөлөш 2021 йылда башланды һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) алып барыла. Бинаның дөйөм майҙаны 17 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. - Социаль объекттарҙы төҙөү - өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөн республикала 61 социаль объект төҙөлә. Уларҙың 25-ен ағымдағы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштырабыҙ, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов. Төҙөлөш майҙансығында 100-ҙән ашыу кеше эшләй һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Яңы үҙәктә кескәй пациенттар өсөн бөтә төр ярҙам күрһәтеләсәк. Ете ҡатлы бинала онкология, гематология, иммунология бүлектәре, реанимация һәм башҡа бүлексәләр урынлашасаҡ. Көндөҙгө стационар айырым блокта була. Палаталарҙа пациенттар өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Яңы үҙәк Республика балалар клиник дауаханаһының эргәһендә генә урынлашҡан. Фото: building.bashkortostan.ru