Найти тему
Башҡортостан гәзите

Волга буйы округында – икенсе урындабыҙ, ә илдә...

Быйыл беренсе кварталда Башҡортостанда, былтырғы ғинуар – март менән сағыштырғанда, торлаҡ 2,9 процентҡа кәмерәк төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта шәхси төҙөлөш күләменең артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был - 809,6 мең квадрат метр. Шул уҡ ваҡытта шәхси торлаҡ төҙөлөшө арта, ә күп фатирлы йорттар төҙөлөшө күләме аҙая бара. Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе кварталда барлығы файҙаланыуға күп фатирлы йорттарҙа 10 мең фатир һәм шәхси йорт тапшырылған. Республикала йәшәүселәр үҙ аҡсаһына һәм кредит файҙаланып 4611 йорт төҙөгән. Дөйөм алғанда, шәхси секторға 65 процент тирәһе торлаҡ төҙөлгән. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында ҡала һәм илдә - туғыҙынсы урындабыҙ. Был күрһәткестәргә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Фото: bashinform.ru