Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөгә паровоз еңеү менән килде

Өфө ҡалаһының тимер юлы вокзалына "Еңеү паравозы" килде. Шул иғтибарға лайыҡ, "Лебедянка" тигән паровоз менән тәжрибәле машинист идара итә, локомотив бригадаһындағылар иһә һуғыш йылдарындағы формала ине. Шулай уҡ паровоздың платформаларына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы техника урынлаштырылған, бынан тыш "Үлемһеҙ полк" вагонында пассажирҙар ҙа ултыра. Тимер юлы вокзалына етәрәк хәрби йырҙарҙы ишеткәс, кәйеф күтәрелеп китә. Был көндө теләгән һәр кем хәрби экспонаттар янында иҫтәлеккә фотоға төштө, сәнғәт әһелдәре рухтарҙы күтәрә торған концерт күрһәтте, егәрле ашнаҡсылар һалдат бутҡаһынан ауыҙ иттерҙе. Хаҡлы ялдағы Әнис Байгилдин әйтеүенсә, ул бындай сараны йыл да ҡалдырмай. Быйыл иһә ике малайын һәм өс ҡыҙын да алып килгән. – Еңеү көнө алдынан тап ошондай сараларҙы ойошторғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Мөнирә Хәбибуллина. Фото: Илдар Аҡъюлов.