Ошо көндәрҙә Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетында "Мәскәү һылыуҡайы-2023" матурлыҡ бәйгеһе уҙҙы. Сарала ун иң сибәр һәм һәләтле башҡорт ҡыҙы көс һынашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, "Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы-2023" бәйгеһе - Мәскәү мәҙәни тормошонда иң көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү араһында мәҙәни хеҙмәттәшлек сиктәрендә уҙғарыла һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫына, йолаларына иғтибар йәлеп итеү өсөн йүнәлтелгән. Конкурста башҡорт тамырҙары булған йәки республика менән бәйле ҡыҙҙар сығыш яһаны. Бәйге барышында ҡыҙҙар төрлө оҫталыҡтарын күрһәтте, милли бейеүҙә һәм йырҙарҙа маһирлығы менән таныштырҙы, шулай уҡ матурлыҡ, интеллект, мәҙәни мираҫты белеү, талант категориялары буйынса баһаланды. Конкурсты ойоштороусылар - Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университеты, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандың Мәскәүҙәге власть органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппараты, Башҡортостандың Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы, «Йәсмин» ижади студияһы. Гран-приҙы Өфөнән Айһылыу Ишбаева яуланы, беренсе вице-мисс - Туймазынан Рената Ғәниева, икенсе вице-мисс - Өфөнән Алина Мәзитова, ә өсөнсө вице-мисс - Аҡъярҙан Резеда Ҡотлобирҙина. Бәйгелә еңеүсе шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләге - ҡашмау менән бүләкләнде, ә ҡалған ҡатнашыусылар “Айым” брендынан бүләктәр алды. Бынан тыш, ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, ял көнө турына сертификаттар менән бүләкләнде. Фото бәйге ойоштороусыларынан.