Был хәл ошо көндәрҙә Мысырҙа була. Алты йәшлек бала бассейнға ҡолап төшә һәм бер ни тиклем ваҡыт һыу төбөндә ята. Малайҙы ял итеүселәрҙең береһе – яҡташыбыҙ, Өфөнән Вил Латипов күреп ҡала. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала уны һөйрәп сығара һәм ярҙам итә башлай. Тик быны улар дөрөҫ эшләмәй: сабыйҙы аяғынан күтәреп, арт яғына һуға башлайҙар. Яҡташыбыҙ иһә, Өфөләге заводтарҙың береһендә оператор булып эшләгән ир, йыл һайын беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса курстар үтеп торған. Ул хеҙмәткәрҙәрҙең балаға дөрөҫ ярҙам итмәүен күреп ҡала һәм ҡыҫылырға була. “Мин русса һүгенеп уларҙы ҡыуып ебәрҙем, улар был һүҙҙәрҙе бик яҡшы аңлай булып сыҡты, шунда уҡ киттеләр. Реанимация саралары үткәрә башланым – файҙаһы тейҙе, бала ҡоҫоп ебәрҙе. Шулай ҙа зыян килтерергә ҡурҡтым, мин курстарҙы өлкән кешене ҡотҡарыуға үткәйнем, ә бында бәләкәй генә бала”, – тип хәтерләй әле ир. Аҙаҡ баланы дауаханаға алып китәләр һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Ул һауыға. Малайҙың ата-әсәһе яҡташыбыҙ хөрмәтен