Түбәндәге аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, үләндәр иммунитетты нығыта, организмдың төрлө вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә, ти белгестәр. Помидор. Ул антиоксидант булған каротинға бай. Был матдә организмдың иммун системаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иммунитетты нығытыу йәһәтенән каротин, Е витамины менән сағыштырғанда, күпкә һөҙөмтәлерәк икән. Банан. Ундағы В6 витамины иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, В6 витамины бөйөрҙә таштар булдырмау өсөн һәм йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Әйткәндәй, ике банан – көндәлек норма булған 2 миллиграм В6 витамины сығанағы. Дегәнәк. Коллаген синтезын көсәйтә һәм организмдағы күҙәнәктәрҙең йәшәү һәләтен күтәрә. Бынан тыш, ул күҙәнәктәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә, ҡандағы лейкоциттар һәм тромбоциттар күләмен арттыра. Был иһә иммунитетты нығытыу һәм онкология сирҙәрен иҫкәртеү өсөн кәрәк. Прополис. Тирене дымландыра, мускулдар массаһын үҫтерә, шешенеүгә ҡаршы торорға һәм һыҙланыуҙы кәметергә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә п