Күпселек халыҡтың хеҙмәт көнө тамамланғанда, полицияның патруль-пост хеҙмәте эшен башлай ғына. Һәм ул төнгө өстәргә тиклем дауам итә. Ҡараңғы төн йәштәрҙең “дуҫы” булыуҙан бигерәк, “ҡара” эштәр менән шөғөлләнеүселәр өсөн уңайлы ваҡыт. Өлкән лейтенант Марат Шурманов тап ошо поста 15 йыл инде хеҙмәт итә. Мобиль взвод командиры урынбаҫары наряд составында урамдар, йәмәғәт урындары буйлап патруллек итә, байрамдар мәлендә тәртипте һаҡлай. Уның яуаплылығында иң ҡатмарлы райондар– Хоҙайбирҙин, Калинин, 1 Май, Урман урамдары... “Бөтә дөйөм ятаҡтар ҙа минеке”, – тип шаярта ул. Был биләмәләрҙә тәртип боҙоусылар йышыраҡ осрай. “Енәйәттәр тәбиғәт миҙгеленә лә, байрам йәки эш көнө булыуына ла ҡарамай, уларҙың теләгән көндә һәм сәғәттә булыуы ихтимал, шуға күрә һиҙгерлекте юғалтырға ярамай”, тип иҫәпләй полиция хеҙмәткәре. Табиптың тәүге “дарыуы” йылы һүҙ булһа, поста тороусының да тәүге “ҡоралы” – үтемле һүҙ. Ҡайһы саҡта конфликттарҙы яйға һалыу өсөн Марат Аҫылбәк улының бер һүҙе лә етә. “Беҙҙең хе