Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урманға инһәң... ике миллион һум түлә!

28 апрелдә, янғын хәүефһеҙлегенең юғары булыуы сәбәпле, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республикалағы урман фонды ерҙәрен авиация ярҙамында патруль яһауын дауам итә. Республиканың урман министры Марат Шәрәфетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, авиация патруле янғын хәүефһеҙлеге III-V класлы булғанда файҙаланыла. Был осраҡта урман янғындарының сығыу ихтималлығы ҙур. Авиация разведкаһы ут сыҡҡан урындарҙы тиҙ асыҡларға һәм уларҙы үҙ ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. - Бөгөн урман фондының 4,1 миллион гектар, йәғни 72 процент биләмәлә авиация патруле алып барыла, - тип белдерҙе төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе. Быйыл 31 мартта асылған янғын хәүефһеҙлеге миҙгелендә оҙонлоғо 10 сәғәт булған өс осош яһалған. 17 апрелдән 15 майға тиклем республикала, шул иҫәптән урмандарҙа ла айырыуса янғынға ҡаршы режим индерелде. Ә 30 апрелдән, янғын хәүефһеҙлегенең IV класлы булыуы сәбәпле, урманға рекреация йөкләмәһенең артыуы, елдең көсәйеүе, янғын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең теркәл

28 апрелдә, янғын хәүефһеҙлегенең юғары булыуы сәбәпле, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республикалағы урман фонды ерҙәрен авиация ярҙамында патруль яһауын дауам итә. Республиканың урман министры Марат Шәрәфетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, авиация патруле янғын хәүефһеҙлеге III-V класлы булғанда файҙаланыла. Был осраҡта урман янғындарының сығыу ихтималлығы ҙур. Авиация разведкаһы ут сыҡҡан урындарҙы тиҙ асыҡларға һәм уларҙы үҙ ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. - Бөгөн урман фондының 4,1 миллион гектар, йәғни 72 процент биләмәлә авиация патруле алып барыла, - тип белдерҙе төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе. Быйыл 31 мартта асылған янғын хәүефһеҙлеге миҙгелендә оҙонлоғо 10 сәғәт булған өс осош яһалған. 17 апрелдән 15 майға тиклем республикала, шул иҫәптән урмандарҙа ла айырыуса янғынға ҡаршы режим индерелде. Ә 30 апрелдән, янғын хәүефһеҙлегенең IV класлы булыуы сәбәпле, урманға рекреация йөкләмәһенең артыуы, елдең көсәйеүе, янғын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең теркәлеү хәүефенең артыуы сәбәпле, урмандарҙа кешеләрҙең булыуы, траспорт сараларын индереү тыйыла. Был талаптар хеҙмәт эшмәкәрлеге урман менән бәйлеләргә ҡағылмай. - Осоштар, ғәҙәттә, 800 метр юғарылыҡта атҡарыла, таулы урындарҙа ул 1,5 мең метр, күҙәтеү майҙаны радиусы 30 километр тәшкил итә, - тип һөйләне республиканың Урман янғындары үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов. Бөгөн Өфө, Архангел, Инйәр, Белореттағы Әүжән, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Кананикольск, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури урман хужалыҡтары өҫтөнән осоштар яһалған. Барлығы 880 километрҙан ашыу ара тәшкил иткән. Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 31 мартта – 28 апрелдә 16 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың етәүһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпле сыҡҡан. Барлыҡ был майҙан 53,5 гектар тәшкил иткән. Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн иҫкәртеү яһала йәки административ штраф һалына. Был талаптарҙы үтәмәгән граждандарға 40-тан 50 мең, ҡағиҙәләрҙе үтәмәү һөҙөмтәһендә янғын сыҡһа, 50-нән 60 мең һумға тиклем штраф һалына. Енәйәт эше асылыуы ихтимал. Ойошма-предприятиеларға 600 мең һумдан бер миллион һумға тиклем, янғын сыҡҡан осраҡта, бер милллиондан ике миллион һумға тиклем штраф ҡаралған. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы тәбиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуына юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау өсөн уяулыҡ күрһәтеүҙе һорай. Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә йәки Урман һағының берҙәм номерына шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-14-14, 8 (800) 100-94-00. Фото: forest.bashkortostan.ru