Салауат районынан "Ауыл советы" исемендәге яугир ауыл башлығы вазифаһынан ҡалдырып, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә һәм Рәсәй Геройы А. Доставалов исемен йөрөткән башҡорт ирекмәндәр батальоны составында ете ай хеҙмәт итә. Ул алты йыл ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, әле лә депутат булып тора. "Мин күп балалы атай, шуға ҡарамаҫтан, фашистарҙың, милләтселәрҙең Донбасс халҡын үлтереүенә тыныс ҡарай алманым. Минең бер туғаным да махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк ҡатнашты", - ти ул. – Беҙ үҙ илебеҙгә кәрәк! Олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ шулай эшләгән. Беҙҙең ваҡыт етте. Һәр беребеҙ шулай итергә тейеш, тип уйлайым. Был һәр Рәсәй гражданының бурысы. Һәр ир-егеттең бурысы – ғаиләһен, Ватанын, яҡындарын һәм туғандарын яҡлау!" – тип белдергән ул. Ысынлап та, ауыр мәлдәрҙә дуҫ һынала, бөгөнгө хәлдә лә ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Фото: скриншот. Мәғлүмәт сығанағы: “На земле Салавата” гәзите.
Ауыл хакимиәте башлығы эшенән сығып, махсус хәрби операцияға киткән
28 апреля 202328 апр 2023
~1 мин