Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҙым һайын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен күрһәгеҙ, ғәжәпләнмәгеҙ

Мәғлүм булыуынса, рсепубликаның ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ял һәм байрам көндәрәндә көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора. Ошо йәһәттән республиканың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кешегә социаль селтәр аша мөрәжәғәт итте. “Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Йыл һайын майҙың ял көндәрендә федераль һәм республика автомобиль юлдарында транспорт һанының артыуын күҙәтәбеҙ, ә байрам көндәрендә автомобилдәр һаны өстән бер өлөшкә артыуы ихтимал, сөнки күптәр баш ҡаланан ял итеү урындарына юллана. Байрамдарҙа республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре башҡа хеҙмәттәр менән берлектә иҫкәртеү рейдтары уҙғарасаҡ һәм водителдәрҙе тикшерәсәк. Хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың барыһын да – автомобилселәр, мотоцикл, велосипед эйәләре һәм йәйәүлеләрҙе уяулыҡ, иғтибарлылыҡ һәм аңлылыҡ күрһәтергә саҡырам. Водителдәргә иҫерек килеш машина йөрөтөүҙән тыйылырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына уйламайынса сыҡмаҫҡа, хәрәкәт ваҡытында телефон менән файҙаланыуҙан баш тартырға кәңәш итәм. Бәлиғ булмағандарҙы транспорт сараларынан мөмкин тиклем алыҫ тотоғоҙ, шәхси мобиль ҡорамалдарын файҙаланған саҡта айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Йәйәүлеләргә ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған кейем кейергә кәңәш итәм. Хәүефһеҙ һәм уңышлы ял көндәрен теләйем!” – тип яҙҙы ул. Ял һәм байрам көндәре матур үтеүе һәр кемдең үҙенә бәйле, шуға ла водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, ялдарҙы мажараһыҙ үткәреүҙәрен теләйбеҙ. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңышлы үтһен! Автор: @bash_gibdd