Бөгөн, 28 апрелдә, Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Ашығыс медицина ярҙамы һәм медицина катастрофалары үҙәге хеҙмәткәрҙәрен Ашығыс медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. “Фельдшерҙар, табиптар, шәфҡәт туташтары, диспетчерҙар һәм водителдәр. Һәр ашығыс ярҙам станцияһында һәр кемгә беренсе булып ярҙамға килгәндәр эшләй. Кешенең иң ҡәҙерле булған сәләмәтлеген һәм ғүмерен ҡотҡарырға, һаҡларға кәрәк булған ваҡытта. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәре һәм фиҙакәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә. Улар ғәҙәти бурыстан күпкә юғарыраҡ”, - тине Максим Забелин. Айрат Рәхмәтуллин Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен камиллаштырыу буйынса эштәр тураһында һөйләне. Ул ыңғай һөҙөмтәләр килтерә. Бригадаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына үҙ ваҡытында барып етеү күрһәткестәре яҡшырған, юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтары кәмегән. Фото: социаль селтәрҙән.