Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк район китапханаһы тарафынан район мәҙәниәт йортонда быйыл дүртенсе йыл рәттән «Рух яҙыуы» асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһе ойошторолған. Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә. «Рух яҙыуы» шиғриәт бәйгеһе күренекле яҡташыбыҙ, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижадына арналды. Шиғриәт бәйгеһендә шағирә Йомабикә Ильясованың да ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне һәм әҙбиәт һөйөүселәр өсөн оло ҡыуаныс булды.Бәйгенең беренсе турында Хәйбулла районынан тыш республикабыҙҙың Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Ишембай, Борай, Белорет, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш райондарынан, Ишембай, Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан һәм Силәбе, Ырымбур өлкәләренән барлығы 130-ҙан ашыу кеше көс һынашты.Финалға жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған барлығы 17 бәйгесе сәхнәлә үҙ көсөн һынап